Заманса технология ярҙамында милли уйын ҡоралы 3Д принтерҙа баҫтырылған. Улар ныҡлылыҡҡа ла һынау үткән. Яугирҙар рухын күтәреү маҡсатында ҡурайҙар хәрби төҫтәрҙә махсус һайланған. Яңылыҡты профессиональ музыканттар ҙа ыңғай ҡабул иткән. Принтерҙан сығарылғаны үлән ҡурайҙан тембр яғынан айырылһа ла, уны альтернатив ысулда файҙаланырға мөмкин, ти улар. Яҡын арала милли уйын ҡоралы партияһы 177-се гуманитар конвой алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.