Киңәйтелгән күсмә йыйылыш Тәтешле һәм Мишкә райондарында була. Делегация Яңы Тәтешле ауылында удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм яңы полилингваль мәктәп менән таныша. Белем усағы удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Объектта Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса ремонт башҡарылған. Мәктәптә 100-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Дәрестәр рус һәм удмурт телдәрендә алып барыла, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле өйрәнелә. Уҡытыусы Ольга Ғилемйәнова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәтешле районы республикала йәшәгән удмурттар һаны буйынса икенсе урында. Бында 1996 йылда милли-мәҙәни үҙәк булдырылған. Былтыр сентябрҙә ойошма вәкилдәре яңыртылған бинала эш башланы. Капиталь ремонт, ҡорамалдар алыу һәм биләмәне төҙөкләндереүгә 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Гөлзада Харисова:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМәҙәниәт учреждениеһында музей, китапхана, бейеү һәм тренажер залдары, балаларҙы үҫтереү бүлмәһе бар. “Үҙәк ҡарамағында тиҫтәгә яҡын фольклор коллектив эшләй, грант буйынса проекттар тормошҡа ашырыла”, - ти Башҡортостан удмурттары милли-мәҙәни үҙәге Советы ағзаһы Сәлимйән Ғарифуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИртәгә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһының күсмә ултырышы була. Ул берләшмә Президиумы етәксеһе, сенатор Петр Тултаев рәйеслегендә үтә.