Инвалидтар өсөн 500 эш урыны ҡаралған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова белдереүенсә, инвалид ветерандарҙы эшкә алыусылар өсөн ярҙам бар. Бюджеттан аҡса бүленә. Был финанс хеҙмәткәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға тотонола, шулай уҡ хеҙмәт хаҡы өлөшләтә компенсациялана. Республикала вакансияларҙың күбеһе водитель, иретеп йәбештереүсе, слесарь, токарь, тракторсы, экскаватор машинисы һөнәрҙәренә тура килә.