Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Документтан күренеүенсә, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙә ҡаҙаныштарға өлгәшкән Олеся һәм Сергей Елисеевтар, Гөлнара һәм Факил Фәтхуллиндар “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнә. Наталья һәм Александр Самойловтарға “Ата-әсәлек даны” орден миҙалы тапшырыла. “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаеваға “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.