Мәсьәләгә республика етәкселеге лә етди иғтибар бүлергә ҡушты. Ғәҙәти контейнерҙарға һыймаған әйберҙәр: йорт йыһаздары, ҙур габаритлы тормош-көнкүреш техникаһы, ремонттан һуң ҡалған материалдар нисек һәм ҡайҙа йыйылырға тейеш. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәүселәргә күпме күләмдә штраф янай? Мәсьәләне БЮТ ижади төркөмө өйрәнде. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Озерки баҡса ширҡәтендә йәшәүсе Рәүеф Рәиф улы тормош-көнкүреш ҡаты ҡалдыҡтарын ҡайҙа етте шунда түгел, ә махсус әҙерләнгән бункерҙарға килтереп ҡалдырыу экология өсөн хәйерлерәк, тигән ҡарашта. Ул республикала йәшәүсе һәр кем сүп -сарҙы ташлау ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә бурыслы, тип иҫәпләй
Үкенескә күрә яҙ етеү менән ихата алдын, баҡса-ҡаралтыларҙы таҙартыуға, йорттарҙа ремонт эштәренә тотонған күптәр дөйөм ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. 2026 йылдың 1 мартынан 17 апреленә тиклем «Инцидент-менеджмент» системаһына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға бәйле Башҡортостан халҡынан 1 134 мөрәжәғәт килгән. Был унан алдағы йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ төбәк операторының эш зонаһына тура килә. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы сүп-сар һәм тирә-йүнде тәртипкә килтереү мәсьәләһе менән шөғөлләнеүсе төбәк операторының эшенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Башҡортостан башлығы ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡҡа эште тиҙ арала яҡшыртырға саҡырҙы, сүп-сар ташыусы машиналарҙың рейстарын фотоға төшөрөү тураһында өҫтәмә ҡарар индерҙе. Ысынлап та, таҙалыҡ баш ҡаланан башланырға тейеш.
Өфө районы Михайловка ауылында иһә ҡаты ҡалдыҡтар йыйыу мәсьәләһен ауыл биләмәһе башлығы шәхси контроленә алған. Габаритлы тормош-көнкүреш ҡалдыҡтары махсус бүленгән урындарҙа-контейнер майҙансыҡтары янында урынлашҡан бункерҙарға йәки ҙур габаритлы ҡалдыҡтар өсөн видеокамера ҡуйылған махсус майҙансыҡтарға йыйыла.
Капиталь ремонттан ҡалған-һуғылған кирбес, бетон, арматура, штукатурка ҡаты ҡалдыҡҡа индерелмәй.Улар айырым килешеү һәм түләү буйынса сығарыла.Көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын йыйыу, сығарыу, утилләштереү һәм эшкәртеү ҡағиҙәләрен боҙған граждандарға-500-1 мең һум; вазифалы кешеләргә -4-7, юридик шәхестәргә-35-45 мең һум күләмендә штраф ҡаралған.
Гүзәл Борханова