Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында ағас йорт янып, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. 57 йәшлек әсә менән уның 16 йәшлек улының кәүҙәләре янған ҡаралтыларҙы аҡтарғанда табыла. Фажиғә урынында янғын һүндереүселәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй. Белгестәр янғын сәбәптәре һәм шарттарын асыҡлай, тикшереү билдәләнгән тәртип буйынса алып барыла.

Көндәрҙең кинәт һыуытыуын иҫәпкә алып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре ут менән һаҡ эш итергә, йылытыу ҡорамалдарын ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.