Көнбағыш ҡалдыҡтарын йәнә ҡулланышҡа. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты кукуруз һәм көнбағыш эшкәртеү ҡалдыҡтарынан фурфурил спирты сығарыу алымын камиллаштыра. Проект тонналарса агроҡалдыҡтарҙы эшкәртеп химия өлкәһендә ҡулланылған шыйыҡсаны импортлау мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Екатерина Жолобова майлы культура ҡалдыҡтарын спиртҡа әйләндереү алымының яңы төрөн тәҡдим итә. Был технология химия сәнәғәтен артыҡ сығымдарҙан азат итә, экология мәсьәләһен лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ти студент. Сөнки Рәсәйҙә йыл һайын 20 миллион тонна көнбағыш ҡалдыҡтары яндырыла. Шул уҡ ваҡытта 90 процент фурфурил спирты Ҡытайҙан ҡайтарыла.