Өфөнөң Октябрь районында Чернобыль һәләкәтенә 40 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы

Унда ҡатнашыусылар 20 быуатта кешелекте тетрәндергән һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алды. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы 40 кешегә миҙалдар тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электростанцияһының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай. Припять ҡалаһына, тирә-йүнгә үлемесле радиация тарала. Кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләрҙең күләме йөҙҙәрсә тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана. Атмосфераға 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла.

Аяныслы ваҡиғанан һуң, ҡалала тормош һүнә: иген сәсергә, йылғала балыҡ тоторға һәм һыу инергә ярамай. Чернобыль һәләкәте менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә.