Баш ҡалала «Георгий таҫмаһы» таратыла башланы

Өфө Бөйөк Еңеү көнө алдынан даими сараға әйләнгән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. 9 майға тиклем ирекмәндәр ҡала урамдарында беҙҙең ата-бабалар ҡаһарманлығын сағылдырған символды таратасаҡ. Ветерандарға ихтирам билдәһе ҡәҙерләп һәм дөрөҫ йөрөтөлөргә тейеш. Георгий таҫмаһын таратыусы ирекмәндәр халыҡты ошо ҡағиҙәләр менән дә таныштыра.