Юғары әҙерлектә. Өфө ҡотҡарыусылары һыу объекттарында уҡыуҙар уҙғарып, ташҡын осоронда, йә тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр сыҡҡан осраҡта янғын һүндереү буйынса теоретик һәм практик оҫталығын нығытты. Муниципаль янғын һағы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре Нуғай ауылы һәм Максимовка микрорайонында урынлашҡан күл һәм быуаларҙа махсус күнекмәләр үтте. Шәхси состав кәмәләрҙә һәм катерҙа йөҙөп, мотопомпалар ярҙамында һыу йыйыу һәм урындан янғын һүндереү техникаларын үтәне. Әҙерлек барышында йөҙөү саралары менән идара итеү, оперативлыҡ һәм хәүефһеҙлек талаптары үтәлешенә айырым иғтибар йүнәлтелде.
Янғын һүндереүселәр йыл әйләнәһенә күп төрлө уҡыуҙарҙа ҡатнашып, ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә өйрәнә. Бынан тыш, улар көн һайын халыҡ хәүефһеҙлеге һағында, иҫкәртеү эштәре лә алып бара. Тораҡ пункттарҙа ойошторолған профилактик рейдтар барышында граждандарға аңлатыу эше алып барыла. Көндәр йылытты, хәҙер күптәр тәбиғәткә ял итергә сығасаҡ, ҡотҡарыусылар барыһын да уяу булырға саҡыра.