Һөнәри бәйге ике этапта ойошторолоп, меңдән ашыу белгесте берләштерҙе. Конкурс финалы Өфө медицина колледжында уҙҙы. Ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Заданиены алыу менән конкурсант уны үтәргә тотона. Шартлы пациенттың танау аша аш һеңдереү юлына, унан ашҡаҙанға тиклем индерелгән көпшәне тикшерергә кәрәк. Күнекмәнең үтәлешен жюри ағзаһы баһалай.
«Башҡортостандың иң яҡшы шәфҡәт туташы-анестезист» конкурсы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектына ярашлы был һөнәрҙең абруйын күтәреү маҡсатында үтә. Ярыш республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Шәфҡәт туташтары ассоциацияһы ярҙамында ойошторола. Бәйгенең финалын Өфө медицина колледжы ҡабул итте. Ҡатнашыусылар биш практик станцияла оҫталыҡтарын күрһәтте, тест һорауҙарына яуап бирҙе
Финалға сығыусылар республиканың барлыҡ тарафтарынан йыйылған. Конкурсанттарҙың эш стажы ла төрлө, берәүҙәр был һөнәргә бер нисә ай элек кенә килһә, икенселәр бар ғүмерен бағышлаған.
Жюри ағзалары конкурсанттарҙың пациент менән аралашыу, дөрөҫ эш итә белеүен баһаланы. Һынауҙар барышында шәфҡәт туташтары юғары һөнәри оҫталығын күрһәтте.
Әлфинә Килдейәрова