Был аҙнала «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә тауыш биреү башланды. «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» платформаһында 12 июнгә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Тәҡдим ителгән парк-скверҙар дизайн-проекттары менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Салауат Юлаев майҙанын төҙөкләндереүҙә-архитекторҙарҙың ҡыйыу ҡарашы. «Батыр юлы» тип исемләнгән проект халыҡтан һорау алыу нигеҙендә әҙерләнгән. Күптәр йәмәғәт биләмәһенән ҡалаға асылған күренештән хайран ҡалыуын билдәләгән, шуға күрә бейектән ҡарау мөмкинлеге булған күҙәтеү урындарын арттырыу ҡаралған. Һәйкәл реконструкцияһы менән бер рәттән бай тарихлы йәмәғәт киңлеге лә заманса төҫ аласаҡ. Проект өҫтөндә Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты белгестәре эшләй.
Салауат Юлаев майҙанында төҙөкләндереү эштәре киләһе йыл ойошторолор тип планлаштырылған. Йәмәғәт биләмәһе «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһының һайлап алыу этабында ҡатнаша. Күләмле конкурсҡа Өфөнөң Киров районынан Йәш армеецтар скверы ла тәҡдим ителгән.
Башҡортостан район-ҡалалары һәр йылдағыса «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проектының тауыш биреү этабында әүҙем ҡатнаша. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һәр кем оҡшаған йәмәғәт биләмәһе һәм төҙөкләндереү дизайн-проекты өсөн тауыш бирә ала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәр аша ауыл-ҡалаларҙың киләсәк йөҙөн билдәләүҙә әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Былтыр тауыш биреү һөҙөмтәһендә республикалағы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур күләмдә грант ярҙамы алғайны. Шишмә ҡасабаһын ғына алайыҡ, быйыл апрелдә алдан билдәләнгәнсә Дуҫлыҡ проспекты менән Үҙәк майҙанда заманса ял урыны булдырыу буйынса төҙөкләндереү эштәре башланған.
Гөлназ Хәйбуллина