Бөгөнгә 9 меңдән ашыу хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзаһы санаторийҙа һаулығын нығытҡан. Махсус операцияла ҡатнашыусылар дәүләт һәм шәхси шифаханаларҙы һайлай ала. “Талҡаҫ” шифаханаһы нигеҙендә реабилитация үҙәген булдырыу эше дауам итә. Бөгөн “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы 3 мең ярым ветеранға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итә. Урындарҙа социаль координаторҙар эшләй. “Махсус хәрби операциянан ҡайтыусыларҙы эшкә урынлаштырыу, предприятиеларға квота биреү мәсьәләһен ҡарарға кәрәк. Был йүнәлешкә айырым иғтибар биреү мөһим”, - тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостанда яугирҙарға 55 төр ярҙам сараһы ҡаралған.