Республикала Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтә

Ҙур сара 23 июндә башлана, 5 көн дауам итә. Өфөгә илдең 80 төбәгенән 1 меңдән ашыу ҡатнашыусы килә. Балалар фестивалендә Башҡортостан исеменән Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле сығыш яһай. Марафонды тап улар аса. Коллектив Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларынан тора. Ул 2005 йылда булдырылған. Ансамбль репертуарында боронғо башҡорт көйҙәре, шаян моңдар, хәрби марштар бар. Ҡурайсылар республика конкурстарында һәм фестивалдәрҙә даими ҡатнаша. Лауреат исемен яулап килә.