Башҡортостандың 21 районында хужалыҡтар сәсеүгә төштө

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә эштәр 13 мең гектарҙа башҡарылған. Сәсеү майҙаны һаҡлана, ул  2 миллион гектарҙан ашыу. Баҫыу эштәре барлыҡ райондарҙа алып барыла. Ужым майҙандарының 70 процентына ашлама индерелгән. Балтас, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында был эш тамамланған.