Ҡошто үлемесле вирустан һаҡлауҙың берҙән-бер ысулы-вакцинация, ти белгестәр. Быйыл әйләнешкә ҡош киҙеүенә ҡаршы прививканың беренсе партияһы индерелде. Уны хайуандар һаулығын һаҡлау федераль үҙәге булдырған.Үҙәктең Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары Ришат Ҡотломәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПрепарат штамдар нигеҙендә эшләнгән һәм сирҙе иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнә. Вакцина бер тапҡыр ҡулланылғандан һуң 3-4 аҙнанан тауыҡтарҙа иммунитет барлыҡҡа килтерә, сирҙән һаҡлай, ти Республика ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠош киҙеүе – йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш һеңдереү, тын алыу ағзаларын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу. Вирус яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә бик тиҙ яраҡлаша, ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә ала.