Урманда бәшмәк күп, әммә хәүеф тә арта: ҡотҡарыусылар иҫкәртә

Яҙ иртә килеүгә бәйле урмандарҙа бәшмәк миҙгеле лә ғәҙәтәгенән алдараҡ башланды. Интернет ҡулланыусылары йыйған бәшмәктәрҙең фотоларын социаль селтәрҙәргә ҡуя. Әммә аномаль йылы һәм дымлы тупраҡ-ашарға яраҡлы ғына түгел, ә хәүефле ялған бәшмәктәр өсөн дә идеаль мөхит икәнен дә оноторға ярамай. Биолог Светлана Күчерова бәшмәк тураһында китаптар авторы. Ул аҡһымға бай урман ризығын кәрзингә тикшереп, ашарға яраҡлыларын ғына һалырға кәңәш итә.

Бала саҡтан олатай-өләсәйҙәр бәшмәкте дөрөҫ йыйырға өйрәтте. Студент йылдарында биология факультетында белем алғанда экспедицияларҙа бәшмәктәр донъяһын яҡшы өйрәндем,шуға күрә ашарға яраҡлыларын ғына йыйырға тырышам.

Светлана Кучерова, Биология фәндәре кандидаты

Бәшмәк менән бер рәттән әле тәбиғәттә талпан ҡаҙалыуы, һалҡын ел иҫкән болотло көндә аҙашыу ихтмаллығы ла көслө. Тап шуға күрә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса хеҙмәткәрҙәре бәшмәк йыйыу юғалған кешеләрҙе эҙләү менән тамамланмаһын ине тип иҫкәртә.

Бәшмәк йыйырға урманға юлланыусылар алдан уҡ туғандарына һәм яҡындарына үҙҙәренең маршруты һәм яҡынса ҡайтыу ваҡыты хаҡында хәбәр итергә тейеш. Алдан уҡ һауа торошон ҡарарға, урман төҫөнә ҡушылмаған сағыу кейемд кейергә кәрәк. Эсәр һыу, шырпы, фонарь, дарыуҙар ҡулланаһығыҙ, уларҙы ла үҙегеҙ менән алырға онотмаһында ине.Телефон да зарядкаланған булһын.

Андрей Зайцев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе