Башҡортостанда «Еңеү диктанты»: 900 майҙансыҡта халыҡ-ара акция үтә

Бөгөн Башҡортостан халҡы «Еңеү диктанты»н яҙа. Республикала 900-ҙән ашыу майҙансыҡ булдырылған. Төп майҙансыҡ Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың Геном үҙәгендә урынлашҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙы. Йыл һайын үткәрелеүсе халыҡ-ара акция быйыл 8-се тапҡыр ойошторола. Иң уңайлы майҙансыҡты диктантпобеда.рф сайтында һайларға мөмкин, әммә алдан теркәлергә кәрәк. Диктант-1945 йылда Еңеү яулаған ветерандарға, киләсәк быуындар өсөн ғүмерен ҡорбан иткәндәргә хөрмәт күрһәтеү маҡсаты менән ойошторола. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.