Махсус өйрәтелгән эттәр. Дүрт аяҡлы йән эйәләрен эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүгә әҙерләү кинологтар яуаплылығында. Һәр эт үҙенә тәғәйен йүнәлеш буйынса бурыстарҙы теүәл үтәргә өйрәнергә тейеш. Һиҙгер эҙәрмән-профессионалдар, уларҙың хаҡлы ялға сыҡҡандан һуңғы яҙмышын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
11 айлыҡ Нолан ҡушаматлы немец овчаркаһы кинолог Айгөл Насированың командаһын ым-ишараһынан уҡ аңлап, үтәй. Хәйер, Нолан үҙен өйрәтеүсе менән күптән бер тулҡында. Дүрт аяҡлы тоғро дуҫы командаларҙы яҡшы билдәһенә башҡарғаны өсөн татлы-тәмлекстәр менән һыйлана туп менән шаяра ала. Айгөл Насирова бәләкәйҙән йорт хайуандарын яратҡан, аңларға тырышҡан. Улар ғаиләһе менән эттәрҙе өйрәтеү үҙәгендә эшләй.
Хеҙмәт итеүсе эттәр араһында квалификацияһын үҙгәртеү осраҡтары ла бар. Шах бер -нисә йыл элек дөйөм профиль буйынса эшләгән. Енәйәтселәрҙең еҫтәре буйынса барып эҙенә төшөр булған. Йыл ярым элек ул һәләк булғандарҙы эҙләүҙә махсуслаша Ҡумталарҙың береһендә мәйет еҫен имитациялаған махсус матдә һалынған. Эт был еҫкә бик һиҙгер булып сыҡты. Кәрәкле ҡумтаны бик тиҙ тапты.
Шахтың хеҙмәттәше Евсейға иһә бөтөнләй икенсе талап. Уға көслө тауыш сығарып өрөү бөтөнләй тыйылға. Эттең тауыш тулҡындары шартлатҡыс мәтдәләрҙе дотонацияға килтереүе ихтимал.
Зәңгәр экрандарҙа хеҙмәт итеүсе эттәр образы, уларҙың көндәлек тормоштағыһынан күпкә айырыла.
Хеҙмәткәрҙәр ил хәүефһеҙлеге, кешеләр ғүмере һағында тору, енәйәт ҡылыусыларҙы эҙләү өсөн етди һайлап алыу үтә.
Кинологтар тиҙҙән Рысь ҡушаматлы немец овчаркаһы көсөгөн дә мөһим бурыс үтәүгә әҙерләй башлаясаҡ. Көсөк кенә килеш ул башта дөйөм дрессировка курстарын үтәсәк, һуңынан беггестәр эттең көслө яҡтарын асыҡлап, уның төп эш йүнәлешен билдәләйәсәк
Гүзәл Борханова