Башҡортостан халҡы бөгөн “Еңеү диктанты”н яҙҙы

Һигеҙенсегә ойошторолған халыҡ-ара акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл һәм Советтар Союзы маршалы Георгий Жуковтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды. Республикала 900-ҙән ашыу майҙансыҡ булдырылды. “Был сара патриотик тәрбиә биреүгә, тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Акция Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә уҙғарыла.