Башҡортостан халҡы бөгөн Еңеү диктантын яҙҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының илһөйәрлек акцияһы республиканың 900-ҙән ашыу майҙансығында үтте.
«Еңеү диктанты»н яҙыу буйынса төп майҙансыҡ Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәгендә ойошторолдо. Акцияға Дәүләт думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатттары, мухсус хәрби операция яугирҙары, ирекмәндәр, студентар, кадет корпусы уҡыусылары ла ҡушылды. Тарихты белмәү, уны боҙоп яҙыуға килтереүе мөмкин, быға юл ҡуйырға ярамай, ти Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
«Еңеү диктанты» быйыл 8-се тапҡыр уҙа, акцияны Бөтә Рәсәй партияһы ойоштора. Иң уңайлы майҙансыҡты диктантпобеда.рф сайтында һайларға мөмкин, әммә алдан теркәлергә кәрәк. Диктант яҙыуға әҙерләнеп килгәндәр ҙә, тарих фәнен яҡыш беләм тип иҫәпләүселәр ҙә байтаҡ. Күптәр был акцияны Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Еңеүҙе бүләк иткән атай-олатайҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү билдәһе тип иҫәпләй.