Онлайн «Үлемһеҙ полк» акцияһына теркәлеү башланды

Ғаризалар 6 майға тиклем ҡабул ителә. Һанлы форматтағы сафтар Еңеү көнөндә үтәсәк. Интернет киңлектәрендә ойоштороласаҡ «Үлемһеҙ полкта» ҡатнашырға теләүселәр 2026.полк рф.ру сайтына инеп теркәлә ала. Геройҙар тураһындағы мәғлүмәтте МАКС месенджеры һәм «В контакте», «Однокласники» социаль селтәрҙәрендә лә бирергә мөмкин.

Ғаризала ветерандың исем-шәрифен, хәрби званиеһын күрһәтергә һәм фотоһын беркетергә кәрәк. Быйыл проект сайтында иҫке фотоларҙы яһалма зиһен ярҙамында яҡшыртырға ла мөмкин. Былтыр үткән анкеталар трансляцияға автоматик рәүештә индерелә.

Онлайн «Үлемһеҙ полк» урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 12-лә хәрәкәт итә башлай. Уны сайтта һәм барлыҡ экрандарҙа күрергә мөмкин буласҡ. Шулай уҡ махсус сайтта үҙ геройығыҙҙың исем шәрифен яҙып уны теүәл күрһәтеү ваҡытын белә алаһығыҙ.

Вадим Курилов, Өфөлә «Үлемһеҙ полк» төбәк-ара тарихи-патриотик йәмәғәт хәрәкәте координаторы