Өфөнән Айгөл менән Данис Ғәтиәтуллиндар ғаиләһенең ҡыуанысын яҡындарынан тыш, баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте етәкселеге лә уртаҡлашты. Табиптар билдәләүенсә, сабыйҙар тыуғанда береһенең дә ауырлығы ике килограммға етмәгән. Медицина учреждениеһында уларға бер ай дауамында ҙур хәстәрлек күрһәтелгән.
16 мартта донъяға килгән өс игеҙәк сабый ниһайәт. әсәләре менән бергә бала табыу йортон ҡалдырып, өйҙәренә ҡайтырға әҙерләнә. Перинаталь үҙәктә ике малай менән бер ҡыҙҙы йылы йүргәктәргә төрөп, изге теләктәр әйтеп оҙаттылар. Айгөл менән Данис Ғәтиәтуллиндар табиптарға сикһеҙ рәхмәтле. Балаларға килгәндә, бәләкәй генә булһалар ҙа холҡон күрһәтә башлаған, тауыштары көр.
Былтыр перинаталь үҙәк стеналарында өс ғаиләлә өсәр игеҙәк тыуған, быйыл тәүге ҡыуаныслы ваҡиға теркәлгән. Балалар тәбиғи юл менән донъяға килгән, йәғни ярҙамсы репродуктив технологиялар ҡулланылмаған. Медицина учреждениеһы стеналарында улар тыуғандан алып бер айҙан ашыу табиптар күҙәтеүендә булған.
Ғәтиәтуллиндар өсләтә генә түгел, бишләтә бәхетле. Игеҙәктәрҙең ике апаһы ла бар. Шулай уҡ күп балалы ғаиләгә алдағы айҙарҙа өләсәй-олатайҙарҙың да ярҙамы талап ителәсәк. Хәйер, улар һәр яҡлап та тәрбиә эшендә ҡатнашырға әҙер, иң мөһим теләктәре-балалар сәләмәт булһын.
Республикала бөгөн күп балалы 59 мең ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, ә Рәсәй кимәлендә етенсе урында. Төбәк башлығы билдәләүенсә, күп балалыҡ-тормош нормаһына әйләнде. Ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған, шулай уҡ наградалар ҙа бирелә. «Әсәлек даны» миҙалын ғына 9 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ йөрөтә
Былтыр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән закон буйынса, 21 декабрь Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнө тип иғлан ителде. Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы тағы ла ҙурыраҡ иғтибар көтә. Улар өсөн күп төрлө саралар, ижади фестивалдәр, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина