Баш ҡалала фонтан миҙгеле асылды

Баш ҡаланың ете парк-скверында ул «Яҙ моңо» фестивале сиктәрендә үтте. Тәүгеләрҙән булып фонтан көндөҙгө сәғәт 12-лә Совет майҙанында урғылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фонтан миҙгелен асыу болоҡһоу көнгә тура килеүенә ҡарамаҫтан байрам кәйефен боҙманы. Мәҙәни программала ҡатнашыусылар донъя халыҡтарының милли кейемдәрендә сығыш яһаны. Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле алдындағы Совет майҙаны йөҙәрләгән кешене бергә йыйҙы. Һәм бергәләп беренселәрҙән булып гидротехник ҡоролма эшмәкәрлегенә старт бирҙе.

«Ете ҡыҙ» фонтаны урынлашҡан театр скверы ла байрамса биҙәлгәйне. Кәсепселәрҙең ҡул эштәренән йәрминкә ойошторолдо, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солистары ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына дәртле көй-моңдар бүләк итте.

Ритайымдан һуң башҡорт риүәйәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Ете ҡыҙ» фонтанын да һыу урғылды.

«Ете ҡыҙ»-Өфөнөң визит картаһына әйләнгән мөһим объекттарҙың береһе. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан фонтанда көнөнә дүрт тапҡыр музыка яңғырай. Ә кискә ул төрлө төҫтәге иллюминацияға күмелә.

Бөгөн баш ҡаланың 7 фонтанында миҙгел рәсми рәүештә асылды. Ошо уңайҙан бар майҙансыҡтарҙа ла «Яҙ моңо» ҡала фестивале үтте. концерт программаһынан тыш, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, фотозоналар эшләне. Һәм ул көҙгә тиклем дауам итер тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин