Бындай ҡарар «Республика халыҡтары телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышында ҡабул ителде. Уның ағзалары әйтеүенсә, төп бурыс-телдәрҙе һаҡлау ғына түгел, ә уларға һанлы мөхиткә индереүҙе тәьмин итеү. Юғиһә. ул яйлап хәҙерге мәғлүмәт киңлегендә позицияһын юғалта. Был йүнәлештә системалы хәрәкәт итеү өсөн һуңғы өс айҙа ведомство-ара эш ойошторолған.
Уға мәҙәниәт, мәғариф, архив, киң мәғлүмәт саралары, юғары уҡыу йорттары, IT-белгестәр һәм юристар ҡушылған. Параллель рәүештә юридик мәсьәләләр хәл ителә һәм Һанлы үҫеш министрлығы базаһында берҙәм һаҡлағыс булдырыла. Был эште тиҙләтергә һәм координация төҙөргә мөмкинлек бирер тип көтөлә.