Быйыл Еңеү паровозы Башҡортостандың өс ҡалаһында туҡтаясаҡ

Йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-сы яртыла ул Өфөнөң беренсе платформаһына килә. Баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының хәрби экспозицияны ҡарау өсөн ике сәғәт ярым самаһы ваҡыты була. Байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозы бригадаһы тамашасыларҙы һуғыш йылдары формаһында ҡаршы аласаҡ. Поезға шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы эксклюзив ҡорал һәм техника экспонаттары менән 11 платформа, уникаль хәрби уҡсылар ҡоралдары өлгөләре һәм «Үлемһеҙ полк» пассажир вагондары индерелгән. Шулай уҡ йәкшәмбе Еңеү паровозы Стәрлетамаҡҡа, ә дүшәмбе Туймазыға юллана.