Өфөлә «Геотур-2026» чемпионаты финалында 4 команда ярышты

Туризм индустрияһын үҫтереүгә арналған «Геотур-2026» республика чемпионаты Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Тәбиғәт һәм кеше институты тарафынан ойошторолдо.

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттар кампусында финалға үткән иң көслө дүрт команда ярышты. Командалар конкурсҡа Башҡортостан тураһында өс минутлыҡ видеокүҙәтеү ебәргән. «Геотур-2026»чемпионаты сиктәрендә 9-11 класс уҡыусыларынан, колледж студенттарынан торған командалар фән һәм асыштар атмосфераһында еңеүгә илһам биргән заманса белем биреү киңлегендә осрашты. Һәр команда девиз, логотип менән ижади визит карточкаһын тәҡдим итте. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүҙә яңы маршруттар, үҙенсәлекле проекттар тәҡдим итте.

Уҡыусылар һәм студенттар Башҡортостандың тәбиғәте, тарихы, мәҙәниәте тураһында тәрән белемен күрһәтте. Жюри ағзалары биргән һорауҙар алдында чемпионатта ҡатнашыусылар ҡаушап ҡалманы,төплө яуаптар бирҙе. Беренсе урынды Өфөнөң 45-се мәктәбе, икенсе урынды Өфө урман-техник техникумы, өсөнсө урынды ресбублика инженер лицейы командалары яуланы. Финалға үтеүселәр Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингәндә ҡатнашыусылар сертификаттары һәм бонустар алыуға өлгәште. Еңеүселәр өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарына-10, призерҙарға-7, финалда ҡатнашыусыларға-2 балл өҫтәләсәк.