Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында премьера. Ижади коллектив йәнә инглиз драматургы Уильям Шекспирҙың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. «Антоний һәм Клеопатра» тип исемләнгән спектакль башҡорт телендә республикала тәүгә сәхнәләштерелә. Тамаша бер донъяны емергән һөйөү тарихын һөйләй. Рим полководецы Марк Антоний Мысыр батшабикәһе Клеопатра хаҡына властан һәм вазифаһынан баш тартыуын һүрәтләй. Ҡуйыусы режиссер Шекспирҙың «Антоний һәм Клеопатра» әҫәрендә икенсе киң билдәле «Ромео һәм Джульетта» трагедияһы менән оҡшаш юлдарҙы табырға тырышҡан. Әйткәндәй, премьера сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабичтың бенефис спектакле булараҡ сығарыла.