Башҡортостандың биш муниципалитетында ташҡынға бәйле хәл даими контролгә алынған

Шишмә районында юлда хәрәкәт сикләнгән, Бишбүләктә бер күпер һыу эсендә, Өфө, Илеш һәм Дәүләкән райондарында баҡса биләмәләренә һыу үткән. Шулай уҡ янғындарға бәйле хәл даими күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә урман-ҡырҙарҙа ут сығыу осраҡтары булмаған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.