Башҡортостанда асфальт-бетон заводтары эшләй башлай

Башҡортостанда асфальт-бетон заводтары эшләй башлай, тип хәбәр итте транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Уның һүҙҙәренсә, Шишмә районында ҡышҡы консервациянан һуң асфальт-бетон заводы асылған. Яңыртылғандан һуң ул сәғәтенә 60 тоннаға тиклем ҡайнар ҡатнашма етештерә. Республикала тағы бер нисә завод эшләй: Өфөлә, Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында.

Башҡортостанда бөтәһе 50-гә яҡын асфальт-бетон заводын асыу планлаштырыла, шуларҙың 25-е «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенә ҡарай. Подрядсылар ҡайнар ҡатнашма ярҙамында соҡорҙарҙы ямау эшенә тотонған. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдарының төҙөклөгөн һәр саҡ контролдә тота. Шуға ла был мәсәләгә едти иғтибар үҙәгендә, ти министр.

«Апрель баштарына республика юлдарында 7 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған, шуларҙың яртыһы тиерлек бөтөрөлгән. Быйыл 550 саҡрымдан ашыу юлды һәм 15 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла, уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1900 погон метр тәшкил итәсәк», — тип йомғаҡ яһаны Любовь Минакова.