Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйына дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кәмә менән ағып төшөүселәр бар. Хәүефле урындарҙа дежур ойошторолған. Белорет районында Силәбенән килгән төркөм Айғыр тупһаларын үткәндә бәләгә тарыған. Туристар йылға уртаһында тороп ҡалған. Ҡотҡарыусылар ете кешегә ярға сығырға ярҙам иткән. - Тау йылғалары үтә хәүефле, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк, - тип иҫкәртәләр ведомствонан.