Нефтекамала 42 йәшлек иргә социаль селтәрҙә элеккке етәксеһе исеменән яҙғандар. Полициянан шылтыратыу буласағы тураһында иҫкәрткәндәр. Унан һуң үҙен тәртип һаҡсыһы тип таныштырған шылтыратыусы булған аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн уны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә, бер өлөшөн курьер аша тапшырырға күндергән. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.