Шәхси контролдә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәленең күләмле реставрацияһы ойошторолған оҫтаханала булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, скульптура 2025 йылдың көҙөндә һүтеп алынғайны. Бөгөн ул сәнәғәт зонаһы биләмәһендәге ангарҙа урынлашҡан. Белгестәр һәйкәлде иҫке буяуҙарҙан таҙартҡан, иретеп-йәбештерелгән йөйҙәрен эшкәрткән. Табылған етешһеҙлектәр монументтың аяныслы хәлдә булыуын күрһәткән. Реставрация барышын Рәсәйҙең художестволар академияһы оҙатып бара. Бынан тыш, барлыҡ эштәр йәмәғәт советы күҙәтеүенә алынған. Радий Хәбиров һәйкәл буйынса ҙур интервью ла биргән. Бөгөн ул матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары аша халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә.