Мариин һәм Ҙур театрҙарҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны.
Өфө мәҙәни тур графигына өсөнсө йыл рәттән индерелә, баш ҡала тамашасыһы мәшһүр сәхнә оҫталарын һағынып көтөп ала һәм алҡыштарға күмә. Был юлы ижади коллектив классик сәнғәт һөйөүселәргә Николай Римский-Корсаков, Сергей Прокофьев әҫәрҙәрен бүләк итте.
Мәскәү Пасха фестивале 2002 йылдан Валерий Гергиевтың башланғысы менән ойошторола. Бер йылдан һуң проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың хуплауын таба һәм ил ҡалалары буйлап уҙғарыла башлай. Хәҙер фестиваль иң төп мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе тип һанала. Концерттарға һәр ҡалала меңдәрсә тамашасы йыйыла. Ҙур Һәм Мариин театрҙарының берләштерелгән оркестры донъя кимәлендәге данлыҡлы композиторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡара. Радий Хәбиров Валерий Гергиев менән ижади хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында һөйләшеү алып барылыуын да белдерҙе.