Уға ярашлы, 1 мең яңы объект төҙөү маҡсаты тора. Шулай уҡ булған комплекстар ҙа заманса төҫ алырға тейеш. Был йәһәттән инвесторҙар менән һөҙөмтәле һәм системалы эш алып барыла, дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Федераль, төбәк, муниципаль юлдарҙа водителдәр һәм пассажирҙар өсөн хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү бурысы ҡуйылған. Былтыр ғына тармаҡты үҫтереүгә 2 миллиард ярым һумдан ашыу инвестиция йүнәлтелгән. Бөрө ҡалаһында 2022 йылда асылған автосервис һәм автомобиль йыуыу комплексы хеҙмәттәре лә автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан ихтыяж менән файҙалана. Эшҡыуар үҫеш мөмкинлектәрен дә ҡарай.
Бөгөн Башҡортостандың дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында 2300-ән ашыу юл буйы сервисы объекты урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа күп функциялы объекттар төҙөлөшөнә өҫтөнлөк бирелә, белгестәр тармаҡта тотороҡло үҫеш күҙәтелеүен билдәләй. Бөрө ҡалаһында эшләгән тағы ла бер автомобиль йыуыу комплексына килгәндә, ул роботлаштырылған ысул буйынса эшләй. Эргәһендә автосервисы ла бар, шулай уҡ кафе төҙөлөшө планлаштырылған.