Благовар районында йәшәүсе Камил Шакиров яҡташтары менән фажиғә элеметәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып Припять ҡалаһынан күсенеүселәргә торлаҡ төҙөүҙә ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электростанцияһының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай. Припять ҡалаһына, тирә-йүнгә үлемесле радиация тарала. Кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләрҙең күләме йөҙҙәрсә тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана. Аяныслы ваҡиғанан һуң, ҡалала тормош һүнә: иген сәсергә, йылғала балыҡ тоторға һәм һыу инергә ярамай. Чернобыль һәләкәте менән көрәшергә 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, Башҡортостан халҡы ла ярҙам эшендә әүҙем ҡатнаша.