«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды «Еңеү диктанты»на ҡушылды

Тарихы хәтерҙе яңыртып. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан ойошторолған диктантҡа «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ла ҡушылды. Урындағы филиал етәкселеге фекеренсә, яугирҙарҙың яҡындарына йәмғиәттең бер өлөшө булыу һәм ярҙам тойоу бик мөһим. Тап ошондай проекттар булышлығында ветерандар һәм һәләк булған геройҙарҙың туғандары тормошҡа тиҙерәк яраҡлашып китә. Республикала «Еңеү диктанты»н фонд филиалы оҙатыуында булған меңдән ашыу кеше яҙған.