Өфөлә «Башҡортостан-геройҙар иле. Ватанды яҡлауҙа» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан-геройҙар иле. Ватанды яҡлауҙа» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Республиканың Милли архивы тарафынан ул 9-сы йыл рәттән мәктәп уҡыусыларынан 35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторола. Конкурс талаптары буйынса улар өс төр номинацияла ҡатнаша алды. Төп маҡсат шәжәрә ағасын төҙөгәндә ғилми-тикшеренеү эше башҡарылырға тейеш ине. Ижади бәйге йәш быуынды республика һәм ил тарихы менән ҡыҙыҡһындырыу, шулай уҡ илһөйәрлек, хәрби һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында тормошҡа ашырыла.