«Сибай» гимназия-интернаты 65 йыл илһөйәр, телһөйәр, маҡсатлы шәхестәр тәрбиәләй. Был бурыс дәрестә лә, кластан тыш сараларҙа ла тормошҡа ашырыла. Яҙыусы, «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире Фәрзәнә Аҡбулатова менән осрашыу балалар күңеленә рухи осҡон һалды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Атай икмәге» хикәйәһен балалархәҙер дәреслектән генә уҡып белмәй. Уның авторы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованы күреп таный. Әҫәрҙең яҙылыу тарихын, геройҙарҙың прототиптарын яҙыусының үҙенән ишетеп белә. «Сибай» 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында саралар йыш үтә. Уларҙың һәр береһе беҙҙең төп маҡсатҡа хеҙмәт итә»,-ти осрашыуҙы ойоштороусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова.
Баланы ҡағиҙә ятлатып ултырып ҡына башҡорт теленә өйрәтеү һис тә мөмкин түгел. Шуға күрә бала иң беренсе саф башҡортса һөйләшергә өйрәнергә тейеш, аралашырға һәм фекер алышырға. Балалар өсөн осрашыу үткәреп, улар яҙыусы менән аралашып, әҫәр буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, бына ошондай дәрес-осрашыуүткәреү ныҡ файҙалы.
Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығына ҡунаҡ үҙе лә хайран ҡалды. Һуғыш осоро ваҡиғалары хаҡында нисек ышандырырлыҡ итеп яҙырға? Ни өсөн башҡорт Гарри Поттеры тураһында әҫәр яҙырға булдығыҙ? Тарихи әҫәрҙәр яҙыуы ауырыраҡмы, әллә фантастикамы? Балалар Фәрзәнә апайҙарын һорауҙарға күмде. Һәр ҡыҙыҡлы һорау биреүсе яҙыусынан автографлы китап һәм «Ашҡаҙар» радиоһынан бүләк алып ҡыуанды.
Был сара, мин уйлайым, үҙ маҡсатына иреште. Сөнки балалар бик ихлас тыңланылар, үҙҙәре шундай матур һорауҙар бирҙеләр. Мин уларға ҡарап, беҙҙең шундай матур киләсәгебеҙ бар, тип уйланым. Тап ошо балаларға, йәштәргә ҡарап, мин әҙәбиәттең киләсәге нисек булырын күҙ аллайым. Мин уларға яҙырға теләйем һәм улар менән аралашырға теләйем. Улар бөгөнгө заман балалары һәм улар ошо заман талаптарын аңлап йәшәй.
Күптән түгел 65 йәшен билдәләгән Сибай гимназия-интернаты рухлы шәхестәр тәрбиәләй. Сығарылыш уҡыусылары араһында яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Миләүшә Ҡаһарманова, артистар Зифа Баязитова, Альберт Салауатов, Бибисара Азаматова, мәғариф, мәҙәниәт, халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында уңыш ҡаҙанғандар күп. Педагогик коллектив элек-электән алдынғы ҡарашлы уҡытыусылары менән билдәле. Бөгөн гимназияла өс Шайморатов класы бар. Быйылығы уҡыу йылынан уҡыусылар һыбай йөрөргә өйрәнә, уҡ атыу түңәрәгендә, бассейнда шөғөлләнә. «Салтанат» өлгөлө бейеү ансамбле-уҡыу йортоноң ғорурлығы.
Беҙҙең интернатта бөтәһе өс йөҙгә яҡын уҡыусы уҡый. Улар күбеһенсә Әбйәлилдән, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән районынан, тағы ла Ырымбур, Силәбе өлкәләренән. Сибайҙан да, әлбиттә, бар. Беҙҙең маҡсат-халҡын яратҡан, халҡына хеҙмәт икән шәхестәр тәрбиәләү.
Рәйсә Абдуллина