Өфөлә Илдар Ғилмановтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Полиглот» сит телдәрҙе өйрәнеү үҙәгендә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Илдар Ғилмановың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссамдың ижады тамашасыны матурлыҡ һәм гармонияға донъяһында сәйәхәт иттерә. Уның картиналарында хозур тәбиғәт, хис-тойғолар сағылдырылған. Оҫтаның картиналары сағыу төҫтәр, яҡты офоҡтар ярҙамында тамашасы күңелен арбай. Ҡылҡәләм оҫтаһы милли ерлекте заман күҙлегенән сағылдырыуға ирешкән. Уның эштәре яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм тәрән лирика менән һуғарылған. Тамашасылар Илдар Ғилмановтың эштәре менән 17 майға тиклем таныша ала.