Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында барған капиталь ремонтты ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйҙы

Билдәләнгән ваҡытҡа өлгөртмәгән өсөн яуапты ҡаты тотасаҡтар. Эштән бушатылыуҙары ла ихтимал. Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында барған капиталь ремонтты ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйҙы. Эш 1 августҡа тиклем тамамланырға тейеш. Төҙөкләндереү барышын етди күҙәтеүҙә тотоу өсөн яуаплы урынбаҫарҙар ҙа билдәләнгән. Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ә бер нисә көн алдан ғына Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ремонт барған мәктәптәрҙәге эш барышы менән ҡыҙыҡһынды. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Барыһына ла эш ҡоралы таратып бирһәк, төҙөлөш күпкә тиҙерәк тамамланыр ине. Урал Килсенбаевтың ҡаршы алыусыларҙың күплегенә ишаралап шаяртҡаны уйынлы-ысынлы яңғыраны. Идарасыларға ҡоралға тотонорға тура килмәҫ. Ремонт эштәре планға ярашлы бара, тип ышандыра подрядсылар.

Тап шул йылытыу ҡорамалдарының артыҡ таушалыуы төҙөкләндереү эштәрен тотҡарлай ҙа инде. Ремонт барышында белгестәр йылытыу системаһын да алыштырырға ҡушҡан.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары стеналар яңыртыу менән бер рәттән белем биреү сифатына ла иғтибар итергә ҡушты. Заманса уҡытыу шарттары тыуҙырыу тураһында әленән үк уҡытыусылар һәм ата-әсәләр теләктәрен дә иҫәпкә алып хәстәрләү хәйерлерәк.

Физика -математика лицейында төҙөүселәр ҡыйыҡты һәм фасадты яңыртырға тейеш. Уҡыу бүлмәләре ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған. Урал Килсенбаев төҙөүсе ойошма, мәғариф ведомствоһы вәкилдәре менән күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. Уның һөҙөмтәләре менән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығын да таныштырҙы.

Быйыл «Йәштәр һәм балалар», «Ғаилә» милли проекттарына ярашлы 53 белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт уҙғарыла. Шул иҫәптән 41 мәктәп һәм уларҙың утыҙ алтыһында бер йыллыҡ эштәр.

Оператив кәңәшмәлә бизнес-шерифтар эшенә лә йомғаҡ яһалды. Республикала был институт индерелеүгә 6 йыл. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бизнес һәм власть араһында әйҙәүсе көстөң барлыҡҡа килеүе төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән. Былтыр ғына бизнес шерифтар 227 миллиард һумлыҡ инвестпроекттар ҡарауҙа ҡатнашҡан.

Радий Хәбиров миҙгел мәсьәләләренә лә туҡталды. Ҡышты уҙғарҙыҡ, ташҡын үтте, хәҙер урман янғындарын иҫкәртеү мөһим, тине төбәк башлығы. Урман хужалығы министры әйтеүенсә, быйыл янғындарҙың күҙәтеү системаһы бермә-бер көсәйтеләсәк.

А.Кәбиров