Башҡортостандың һыу буйҙарында 560 ял итеү урыны һәм 260 пляж асыу планлаштырыла

Быйыл йәй Башҡортостандың һыу буйҙарында 560 ял итеү урыны һәм 260 пляж асыу планлаштырыла. Уларҙы әҙерләү мәсьәләһе Хөкүмәт кәңәшмәһендә тикшерелде. Һуңғы 5 йылда республикала пляждар 2,2 тапҡырға артҡан, был һыу ҡорбандарын бер ярым тапҡырға кәметергә мөмкинлек биргән. Һыу объектарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты базаһында йәмәғәт ҡотҡарыусыларын уҡытыу ойошторолған. Ошо көндәрҙә 78 кешенән торған 1-се йәмәғәт ҡотҡарыусылары төркөмөн уҡытыу тамамланған. Бынан тыш, быйылғы миҙгелдә мобиль ҡотҡарыу постары эше дауам итәсәк.