Республиканың Конституция советы төбәк парламенты ҡабул иткән ҡануниәттең үтәлешен тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға әҙер. Әгәр федераль закондарҙың үтәлешен прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшерһә, төбәк ҡануниәте күҙәтеү органдары иғтибарынан мәхрүм, тип иҫәпләй Конституция советы ағзалары. Был турала Хәйҙәр Вәлиев журналистарға Рәсәй парламентаризмының 120 йыллығына арналған осрашыуҙа белдерҙе.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы даими эшләүсе дәүләт органы закондарҙың Конституцияға ярашлы булыуын ҡарай. Йәмғиәтте хоҡуҡи яҡтан яҡлаусы ролен дә үтәй. Шуға күрә халыҡ та төрлө мәсьәләләр менән тап беҙгә мөрәжәғәт итә.Күп осраҡта был мәсьәләләр Конституция советы вәкәләттәренә бөтөнләй тап килмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бер кем дә яуапһыҙ ҡалмай. Совет вәкилдәре мөрәжәғәт итеүселәрҙе тейешле инстанцияларға йүнәлтә, кәңәштәр бирә. Өҫтәмә йәкләмә Конституция советы эшмәкәрлеген нығытасаҡ ҡына, тип иҫәпләй Хәйҙәр Вәлиев.