Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Ут тоҡандырыу һәм сүп-сар яндырыу буйынса сикләүҙәр күҙ уңында тотола.  Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, урман янғындары хәүефен иҫкәртеү өсөн 2 меңдән ашыу ирекмән янғын һүндереү буйынса әҙерлек үткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Хәүефле миҙгелгә 12 мең 300 кеше һәм 3 мең ярым техника йәлеп ителә”, - ти республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Янғын хәүефһеҙлегенә бәйле махсус режим октябргә тиклем дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә, 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.