Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбле-Өфөлә! Илдең баш ҡалаһынан башҡорт мәҙәни үҙәге вәкилдәре Башҡортостан тамашасыһына өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итте. Тиҫтә йылдан ашыу тарихы булған ижади коллектив милли хореографияның алтын фондына ингән бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Композициялар өлкәндәр һәм балалар составында ла башҡарылды.
Әйткәндәй, «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбле Өфөлә һуңғы тапҡыр 2017 йылда сығыш яһағайны. Сираттағы концерт программаһына махсус ҡунаҡтар ҙа саҡырылған. Улар араһында Мәскәүҙә йәшәгән, йыр-моңға битараф булмаған һәүәҫкәр башҡарыусылар ҙа бар.