Башҡортостанда демографик хәлгә етди иғтибар кәрәк

Бөгөн Өфөлә  Республика хөкүмәте һәм Стратегик  башланғыстар агентлығының проект-аналитика сессияһы ойошторолдо. Төп тема - "Ғаиләләргә, тыуым һәм күп балалыҡҡа булышлыҡ  итеү, демография сәйәсәтен камиллаштырыу." Сессияла Радий  Хәбиров ҡатнашты.  - Беҙҙә демографик  хәл ҡатмарлы.   Кешеләр  уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй. Иҡтисади тотороҡлоҡ, эш урыны, социаль инфраструктура - мәктәп, балалар баҡсаһы, һаулыҡ  һаҡлау - былар барыһы  ла  халыҡ һанын арттырыу өсөн төп шарттар. Әүҙем йәштәр уңайлы үҫеш һәм йәшәү шарттары булған урындарҙы һайлай, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда әле 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар.