Коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышында йәмәғәт ойошмаларына ярҙам сараларын камиллаштырыу мөмкинлектәре ҡаралды.
Башҡортостанда йәмәғәт ойошмалары социаль өлкәлә уңышлы эш алып бара. Улар оло быуын вәкилдәренә лә, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә лә даими ярҙам күрһәтә. Ә махсус хәрби операция башланғандан һуң был ойошмалар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам туплай, кәрәк-яраҡтар әҙерләй. Әммә йәмәғәтселәрҙең үҙҙәренә булышлыҡ күрһәтеү талап ителә. Ултырышта социаль йүнәлешле ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһындағы закон проекттары ҡаралды, ҡануни документтар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышына сығарыласаҡ. Депутаттар алдында Тәтешле районы хакимиәте башлығы Денис Солтанов та сығыш яһаны. Денис Айрат улы муниципаль берәмектең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тәтешлеләрҙең проекттары ил кимәлендә лә иң уңышлыһы тип табылған.