Өфө йылға навигация миҙгеле асылыу менән дүрт палубалы «Виссарион Белинский» судноһын ҡабул итте

Теплоход «Дуҫлыҡ Монументы» аҫтындағы причалға килеп туҡтаны. Түбәнге Новгород-Ҡазан-Түбәнге Кама аша үткән судно өсөн Өфө һуңғы туҡтталыш, әйткәндәй, был маршрутҡа баш ҡала өс йыл элек индерелә. «Йылға-диңгеҙ» класына ҡараған теплоходта 200-ҙән ашыу пассажир сәйәхәт итә. Туҡталыш ваҡытында улар өсөн ҡала буйлап экскурсия ойошторолдо.

Түбәнге Новгородтан 24 апрель көндөҙгө сәғәт 12-лә ҡуҙғалғайныҡ. Өфөгә яҙғыһын, һыу ташҡан мәлдә генә килеп етә алабыҙ. Әле корпус аҫтында метр ярым тирәһе запас бар. Сәйәхәт итеүселәр Волга, Кама һәм әле Ағиҙел йылғаһын да күрә.

Алексей Холманских, Круиз теплоходы капитаны

Май аҙағына тиклем Өфөгә тиҫтәләгән судно килеүе көтөлә. Киләһе круиз лайнерын, атап әйткәндә, дүрт палубалы «Александр Пушкин» теплоходын баш ҡала 1 май ҡабул итәсәк. Ә 9 май бәләкәй суднолар парады көтөлә. 45-кә яҡын карап һәм катер ҡатнашлығында сағыу тамаша төшкө сәғәт берҙә башлана.

Быйыл 15 июндә беҙҙең учреждение юбилейын-80 йыллығын билдәләй. Ә «Дуҫлыҡ Монументы» аҫтындағы причал реконструкциянан һуң, үҙенең 5-се миҙгелен ҡаршы ала. Ә «Виссарион Белинский» теплоходы төҙөкләндереүҙән һуң ҡабул ителгән 50-се круиз лайнеры. Шуға күрә, 2026 йылғы миҙгел юбилей даталарына бай.

Нина Фёдорова, Өфө йылға кисеүҙәре хеҙмәте директоры