Өфө райондарының йөҙөн билдәләгән брендлы саралар ойоштороласаҡ

Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш ҡала һәм район хакимиәте етәкселәре, район ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашыуында белдерелде.

Ултырыш Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә быйыл ғына асылған яңы 164-се белем биреү үҙәгендә үтте. Ҡунаҡтар сара алдынан мәктәп менән танышып сыҡты, заманса кабинеттарҙа, лабораторияларҙа булды. Осрашыуҙа тәү сиратта һүҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү һәм өйрәтеү үҙенсәлектәре тураһында барҙы. Әлеге ваҡытта Өфөнөң 163 балалар баҡсаһында 179 төркөмдә башҡорт теле өйрәнелә. Бынан тыш, 10 балалар баҡсаһында тәрбиә, белем биреү тулыһынса башҡорт телендә алып барылған 83 төркөм эшләй. Ултырышта тыуған телде өйрәнеүгә ата-әсәйҙәрҙе, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йәлеп итеү, төрлө саралар ойоштороу тураһында ла һүҙ барҙы. Сөнки телде өйрәнеүҙә төп шарт булып мөхит тыуҙырыу, йәнле аралашыу тора.

Ултырышта ҡаралған тағы бер тема-Өфөнөң һәр районының йөҙөн билдәләгән бренд сараһы ойоштороу. Баш ҡала райондары был бурысҡа бик яуаплы ҡараған. Райондарҙың саралары тематик яҡтан бер-береһен ҡабатламай һәм төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Киров, Совет райондары йәштәр өсөн интеллектуаль саралар, ә Орджоникидзе районы өлкән быуынға фестиваль ойошторорға ниәтләй. Октябрь районы спортсыларҙы, Ленин районы талантлы ғаиләләрҙе бергә йыясаҡ.