Шаран районында Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте

Аҡ халаттарҙы спорт формаһына алмаштырып. Шаран районында Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте. Башҡортостандың көнбайыш медицина округына ҡараған учреждениелар вәкилдәре спорттың биш төрөндә көслөләрҙе асыҡланы, ГТО нормативтарын тапшырҙы. Ярышта хужалаларҙан тыш, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы һәм Октябрьский дауаханаларынан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, тармаҡ спартакиадаһы йыл һайын һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең төбәк профсоюзы эгидаһы аҫтында үтә.

Алдынғылыҡ өсөн көрәш һуңғы стартҡа тиклем барҙы. Дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынды Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Шаран һәм Баҡалы райондарының медицина хеҙмәткәрҙәре бүлеште. Киләһе 2027 йылғы спартакиаданы Бәләбәй ҡабул итәсәк.